Ҡашлаҡтарҙа уттар яғам,
Төн ҡараларын һүтеп.
Ҡаршы ярҙа ут яғалар,
Миңә лә яуап итеп…
Ҡашлаҡтарҙа уттар яна,
Ҡыуып төн ҡараларын.
Ялҡындары баҫырмы икән
Йөрәгем яраларын?..
Ярҙар мәңге ҡауыша алмай,
Икеһе – ике тараф.
Өнһөҙ һағыш оҙаталар
Бер-береһенә ҡарап.
Икеһенең дә күкрәген
Бер тулҡын үтә ялап;
Саба мәңге
Һалҡын тулҡын,
Ҡуҙлы ярҙарҙы ялғап…
Ярҙарҙың хәле аяныс:
Күҙ ҡарашып талмайҙар –
Мөмкин түгел ҡауышыу ҙа,
Ташлаша ла алмайҙар.
Беҙ ике йән – нәҡ ике яр,
Икебеҙ – ике тараф,
Һағыш баҫһа, бүлешәбеҙ
Күҙҙәребеҙгә ҡарап.
Икебеҙҙең дә күкрәкте
Бер тулҡын үтә ҡағып.
Шул тулҡын йөрәгебеҙгә
Үтә изге ут яғып.
Ошо ут – табыштырған да,
Ошо ут – ҡауыштырған.
Ошо ут – елдәрҙә елпеп,
Һарыға һабыштырған.
Ошо ут усаҡ дөрләтә,
Ошо ут – йәшәү һуты…
Ошо ут һүнһә йөрәктә,
Ҡалмаҫ донъяның ҡото.
… Ҡашлаҡтарҙа уттар яҡтыҡ,
Ҡыуып төндөң ҡараһын.
Даръя өҫтө тулҡын түгел,
Ялҡын – ярҙар араһы…
Ҡашлаҡтарҙа уттар яна,
Ҡыуып төн ҡараларын,
Ул уттар баҫыр кемдәрҙең
Йөрәге яраларын?..
Йөрәге яраларын…