Башҡортостан Республикаһының
беренсе Президенты Мортаза
Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа
Халҡыбыҙҙың һин арҙаҡлы
ғәзиз улы,
Халҡың юлы - һинең тотҡан
изге юлың,
Ил алдында иң юғары
биргән антың
Йөрәгеңдә яна, булып һүнмәҫ ялҡын.
Барса әҙәм кеүек һин дә —
ябай кеше,
Әммә илдәр иңдәрендә
балҡый эшең.
Батырҙар ҙа мохтаж күңел
йылыһына,
Күп булһа ла тирә-яҡта
дуҫың-ишең.
Йөрәгеңдә ил ҡотондай —
һүнмәһен ут,
Ата-баба аманаты —
үлмәһен рух!
Саның оло, Урал-тауҙай
дәрәжәле,
Аҡ намыҫтан айырыла
күрмәһен ул,
Бар халҡыңдан айырылыу
белмәһен ул!