Һәр миҙгелдә ерем төҫөн
Алыштыра:
Бер ағара,
Бер ҡарая,
Бер йәшәрә.
Унда һәр бер күҙәнәктә
Алыш бара:
Аҡ йәшәргә,
Саф йәшәргә,
Хөр йәшәргә...
Ер ағара,
тик салланмай
сир-ҡайғынан, —
Ер ағара
Аҡ бәхеткә
Әйләнергә гел яңынан.
Ер ҡарая,
Ҡара янмай ҡара үстән, —
Ер ҡарая
Тәм бирергә
Ҡара икмәккә ҡара уста.
Ер йәшәрә.
Юҡ, йәшәрмәй йөҙө генә, —
Ер йәшәрә
Һәр миҙгелдә
Кешеләрем күңелендә.