Күҙем күреп, күңел ышанманы:
Ирәндектә илай ҡаялар.
Ирәндектең мәғрур ҡаяларын
Был ҡайғынан кем һуң аралар?
Ҡаяларҙың ҡайғылары оло,
Китер кеүек хатта күккә ашып, -
Төйәгенән кителеп тә төштө
Ирәндектең келән күк ташы.
Келән күк таш…
Һине күргән һайын
Күҙ алдыма килә Кулибай.
Рухы менән ул да – ҡаты тоҡом:
Бойоҡмаҫ зат, тынмаҫ юламан.
Самурайҙар менән айҡалашҡан,
Заставала туңған комиссар,
Илен яҡлап йәнә утҡа инде,
Нужа айранын, гүйә, кәм эскән.
Ҡандар ҡойоп тапҡан имен көндән
Нур-йыр тирҙе, хәс тә – баҡсасы.
Йөрәге лә уның туҙҙы шулай,
Күңелдәргә сафлыҡ, аҡ сәсеп…
Күҙем күреп, күңел ышанманы:
Ирәндектә илай ҡаялар.
Ирәндектең мәғрур ҡаяларын
Был ҡайғынан кем һуң аралар…
Ҡаяларҙың бөгөн ҡайғылары
Китер кеүек күккә олғашып –
Ер-әсәнән кителеп тә төштө
Ирәндектең келән күк ташы.
Гәлсәр тулҡын йыуып торор битен, -
Китмәҫ өҫтөн ләм һәм мүк баҫып.
Ағиҙелдең ярын терәп ятты
Ирәндектең келән күк ташы…