Мин —үҙән, елдәрҙән өңөлгән,
Мин — тайга, аҡ ҡарға төрөнгән.
Мин — башы һәм сиге еремдең,
Күкрәгем — бишеге йырымдың.
Мин — алтай,
Мин — халыҡ,
Үҙәндәр һәм тауҙар хужаһы.
Йөрәккә уңалмаҫ эҙ һалған
Уҡ-хәнйәр,
Тормоштоң нужаһы.
Мин — таш юл,
Ул юлдан атлаған
Быуаттар, өмөткә төбәлеп.
Мин — алтай,
Мине бер үлтергән
Бәндәнең ҡайҙа икән һөйәге?
Ырыуымды талаған, бөлдөргән
Әҙәмдең ҡайҙа һуң мөлкәте,
төйәге?
Мин бөкөс,
Көмөрө —
Йөҙ быуат хандарға бил бөктөм.
Хаҡ-бәхет артынан йөрөүҙән
Туҙандай ҡалғанса интектем.
Мөрйәһеҙ усаҡтар төтөнө
Йөҙәр йыл күҙ нурым бөтөрҙө.
Ахырҙа тауҙарға юл алдым —
Онотолдом, мин үлдем,
юғалдым.
Мин — алтай,
Мин — тере!
Бер үлеп, азат, шат,
терелдем.
Ҡаныма һеңешкән ҡоллоҡтан
Ҡотолоп, ҡояшҡа үрелдем.
Кешеләр янында затлымын,
Йәшәүҙе яңынан башланым.
Мин — халыҡ,
Алтай атлымын!