Кисер мине

Кисер  мине

 

1

 

Эй Аллаһым, кисер мине — ғүмеремдә

Яҙғаным юҡ ине ялыу йә шикәйәт,

Сөнки золом йөрөтмәнем күңелемдә,

Яҙһам яҙҙым шиғыр йә йыр, йә хикәйәт.

 

2

 

Бөгөн килеп тейеш булдым аҡланырға,

Хөкөмдарға ят өҫтөнән хат яҙырға,

Яҙмайынса юҡтыр миңә бүтән сара,

Сөнки атым тора нахаҡ тапланырға.

 

3

 

Тура килә ирекһеҙҙән ваҡланырға,

Ыржайған бер өйөр эттән һаҡланырға,

Күкрәп яуған ямғырҙан ер сафланғандай,

Намыҫ нуры үтәһенән хаҡланырға.

 

4

 

Был донъяла бәндәләргә нимә етмәй,

Алам тиһәң, күп инде ул, зиннәт бөтмәй.

Бәндә шундай: үҙе туйһа, күҙе туймай,

Күңеленән ҡомһоҙлоҡтоң таты китмәй.

 

5

 

Бәлки миңә етмәгәндер шәфҡәтлелек,

Кисерегеҙ, күрһәтмәһәм мәрхәмәтлек,

Бәндәләргә килмәй һорап зәхмәтлелек,

Эй Аллаһым, күрһәт үҙең рәхмәтлелек...

 

6

 

Шундай һүҙ бар: эт тешләһә ҡойроҡ менән,

Мин дә балта һабы менән һуғыр инем,

Минән генә торһа ҡылыр яҡшылыҡтар,

Мин дә ниңә башҡа гонаһ алыр инем?.