Ырымбурҙың далаһында
Ата-бабам мәсет һалған,
Ерен һаҡлап, динен яҡлап,
Хәләл тире, ҡаны тамған.
Каруанһарай! Ҡалам хайран:
Ҡара төндә һин — бер ялҡын,
Иманға һәм уяулыҡҡа
Саҡыраһың башҡорт халҡын.
Манараңдың балҡыуҙары
Аҡ далала маяҡ кеүек,
Таратаһың хаҡ нурыңды
Күңелдәргә мая кеүек.
Каруанһарай!.. Сахраларҙан
Тауышыңды ишетәбеҙ,
Моңдарыңды, уй-зарыңды
Рухыбыҙға иш итәбеҙ.
Каруанһарай!.. Башҡортомдоң
Изге йорто, туҡталҡаһы.
Һин ҡыйралһаң — ил сайҡалыр,
Тамырымда туҡтар ҡаным!..
Каруанһарай! Ҡалам хайран:
Ҡара төндә һин — бер ялҡын,
Иманға һәм уяулыҡҡа
Саҡыраһың башҡорт халҡын...
Саҡыраһың башҡорт халҡын!..