Таш юлдарҙы ярып, Асфальт тишеп, Йәшәү даулап сыға үләндәр. Сыҡҡан бере, ирек йәмен тойоп, Югереп китер кеүек биләндән. Тәбиғәттең хатта үләне лә Азатлыҡтың хаҡын белгәндәй, Таштар ярып өҫкә күтәрелә, Беҙ – иреклек тыуы, тигәндәй.