«Ниңә ҡайттым», — тиеп үкенәһең,
Үҙең ҡайтып еттең ашҡынып.
Ниңә инде быуып тотоу кәрәк
Йөрәктәге хистәр ташҡынын?..
Хис-тулҡының, соңғолдарҙан тартып,
Йәшел өмөт-ярға бырғаны.
Киңлектәргә остом, һөйөүеңдең
Шифа моңдарына сорналып...
Һүҙҙәреңде кире ал, аҡыллым,
Үкенәһе булма бүтәнсә.
Хис-дарьяңда мин бер кәмә булып
Сайҡалһам да риза үлгәнсә.