Ҡая һәм Диңгеҙҙең хистәре Сал-ҡайнап һыуынһа — гәрәбә. Ҡаяның шатлығын, күҙ йәшен Һаҡлаған Диңгеҙ гел тәрәндә. Быуаттар Ҡая һәм Диңгеҙҙең Хисенән ҡойған саф гәрәбә... Мин — ҡая, Һин диңгеҙ булалһаң, Хистәрең тулҡынмаҫ әрәмгә.