Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы
Зәйнәб апай Биишеваға.
Бәхет ҡошон аулап-яулап
тотманың һин,
Малик булам, тип, ау-мәкер
ҡорманың һин,
Күршең тапҡан һәр табышҡа,
һәр алтынға,
Көнләшеп тә, ымһынып та
торманың һин.
Бәхет ҡошо ҡунды эшсән
ҡулдарыңа,
Ҡаурыйҙарын ҡойҙо ғүмер
юлдарыңа...
Бәхет ҡошо — һин ул үҙең,
Йөрәк моңоң
Ҡушылғанға халҡың, илең
моңдарына.
март, 1990.