Ҡаршы алып Яңы йыл таңдарын,
Донъя тағы аҡҡа төрөнгән.
Ул аҡлыҡта — йәшәү тантанаһы,
Азат хеҙмәт тормош түрендә.
Аҡ ҡайындар, ҡағып сулпыларын,
Әйлән-бәйлән төштө бейергә.
Ҡара-ҡаршы баҫҡан йәш нараттар
Таянып уҡ алған бөйөргә...
Ерҙең аҡлыҡ, сафлыҡ тамашаһын
Үтәм тағы ҡурсып, һоҡланып:
«Эй тәбиғәт! Олпат күркәмлегең,
Ярһыу йылдар алға елгәндә лә,
Күңелдәрҙә барһын һаҡланып...»