Йырғыланып, сатнап,
Ҡорғаҡһыған,
Ҡоршауланған ағас килелә,
Ең һыҙғанып алып,
Һыуҙар һалып,
Бойҙай төйә әсәм килене...
Юлаҡ-юлаҡ ҡалҡҡан киле һыры
Ҡул тамырҙарымы әсәмдең?
Киле аша әсәй татып үҫкән
Әсе-сөсөләрен йәшәүҙең.
Беҙ алтауҙы әҙәм итәйем, тип,
Нисәмә йыл ирһеҙ — хужаһыҙ —
Әсәкәйем, килеһенә һалып,
Ҡуша төйгән тормош нужаһын...
Бына әле
тағы табып алып,
Күптән онотолған килене,
Бойҙай төйә,
осҡон-ут сәсрәтеп,
Әсәйемдең кинйә килене...
Әсәй,
ниңә ҡапыл сайҡалдың да
Һөртөп алдың моңһоу күҙеңде?
Бойҙай төйгән кинйә киленеңдә
Таныныңмы әллә үҙеңде?..
Ә киленең ирмәк итеп кенә
Бойҙай төйә, танһыҡ ашҡа тип.
Төйөүҙәре хас та һинекесә!..
Осҡондары ғына башҡа тик.